Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2021, 12:59

Баш ҡалала ял көндәрендә Йәштәр һарайы янында ит йәрминкәһе ойошторола

Өфөлә 30 һәм 31 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ит йәрминкәһе була. Илебеҙ етештереүселәре арзан хаҡҡа сифатлы ризыҡтар килтерә. Йәрминкәлә иттең төрлөһөн һатып алырға мөмкин. Бөтә продукция һатыуға сығарыр алдынан санитар-ветеринария лабораторияһында тикшерелә.
Йәрминкәләрҙең эше буйынса килеп тыуған һорауҙар менән Совет районы хакимиәтенең сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын һәм хеҙмәттәрҙе көйләү бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8(347) 273-33-20.
Унда коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: