07:37 (UTC+5), 14 Января 2021

Башҡортостанда 400 ишле ғаилә ер участкалары урынына 250 мең һум алырға мөмкин

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
Ишле ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары 2011 йылдан бирелә башланы, бөгөнгә 44 меңдән ашыу ер участкаһы бүленгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан законына индерелгән үҙгәрештәр ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, бушлай ер алыу өсөн иҫәптә торғандарға һайлау – бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса йәки ер участкаһы алыу мөмкинлеге бирелде.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында 2020 йылға республика бюджетынан граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү тураһында 200 таныҡлыҡ өсөн 50 миллион һум бүленеүе хаҡында һөйләне.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына 200 таныҡлыҡтың 160-ы тапшырылған. Тағы 40 ғариза муниципаль берәмек хакимиәттәрендә.
Быйыл халыҡтың льготалы категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 400 таныҡлыҡҡа 100 миллион һум ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика