05:28 (UTC+5), 25 Декабрь 2020

Өфө табиптары Башҡортостан райондарында күсмә поликлиникала медицина тикшереүе үткәрергә мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы республика медицина учреждениеларының баш табиптарына 13 еңел автомобиль һәм күсмә поликлиника асҡыстарын тапшырҙы.
Яңы йыл байрамдарынан һуң «Сәләмәтлек поездары» алыҫта урынлашҡан райондарға юллана.
«Яңы йылға бер нисә көн ҡалды... Ошо көндәрҙә уҙып барған йылда үҙҙәрен йәмғиәткә, халыҡҡа, республикабыҙға арнаған кешеләргә рәхмәт әйтергә кәрәк... Шулай уҡ бүләктәр бирергә. Бына бөгөн һаулыҡ һаҡлау системаһына ауыл халҡына бик кәрәкле күсмә поликлиника тапшырҙыҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров.
«КАМАЗ» базаһындағы күсмә поликлиника Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына беркетелде. УЗИ-ҡорамалдары менән гинекология кабинеты, лаборатория диагностикаһы өсөн медицина техникаһы менән йыһазландырылған офтальмология,оториноларингология, стоматология кабинеттары – мобиль медицина комплексында быларҙың бөтәһе лә бар.
Бынан тыш, Өфөнөң балалар поликлиникаларына һәм дауаханаларына, Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәр менән көрәш үҙәгенә, Октябрьский һәм Нефтекама ҡала дауаханаларына 11 «Лада Ларгус»машинаһы тапшырылды. Улар ярҙамында табиптар ваҡытында ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә, шулай уҡ лабораторияларға биоматериал тапшырырға мөмкин.
Ике «Лада Веста» автомобилен Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Стәрлетамаҡтың 2-се дауаханаһы алды. Улар паллиатив медицина ярҙамының күсмә патронаж бригадалары өсөн тәғәйенләнгән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика