Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.13
+0.17
75.33
+0.38
88.45
+0.98
-10 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2020, 15:06

Башҡортостан тармаҡтарында уртаса эш хаҡы билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Башҡортостанда быйыл 10 айҙа ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы 37 567 һумдан ашыу тәшкил иткән. Был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 4,5 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр республика статистиктары.
Ләкин ошо ваҡыт эсендә төбәктә реаль хеҙмәт хаҡы 1,2 процентҡа артҡан.
2020 йылдың октябрендә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 38 324 тәшкил иткән.
Ғәҙәттәгесә, республикала юғары хеҙмәт хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәргә тура килә – ағымдағы йылдың ғинуар-октябрендә айына уртаса 78 640 һум.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә уртаса эш хаҡы – 64 644 һум.
Өсөнсө урында – химик матдәләр һәм химик продукттар етештереү. Ағымдағы йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан иҡтисадының ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәре уртаса 54 550 һум алған.
Республикала юғары эш хаҡы түләнгән тәүге биш өлкә иҫәбендә шулай уҡ «Һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек» (53 902 һум) һәм «Финанс һәм страховка эшмәкәрлеге» (50 353 һум) бар.
2020 йылдың ғинуар-октябрендә республикала иң аҙ хеҙмәт хаҡын йыһаз эшләү менән мәшғүлдәр алған – айына уртаса 14 552 һум.
Күн һәм күн әйберҙәр етештереүселәрҙең хеҙмәт хаҡы юғарыраҡ – уртаса 15 698 һум.
Шартлы өсөнсө урында – ҡунаҡхана һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары хеҙмәткәрҙәре (19 689 һум), шулай уҡ кейем-һалым етештереү менән мәшғүлдәр (19 858 һум).
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в