13:10 (UTC+5), 23 Декабря 2020

Урман хужалығы министрлығында министр урынбаҫары вәхшиҙәрсә урман ҡырҡыусыны йәшергән өсөн эштән бушатылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Сәбәбе – йәнәһе лә уның Баймаҡ районында вәхшиҙәрсә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Илдар Йоманғоловты йәшереүе тураһында хурлыҡлы мәғлүмәт.
«Әхтәмов Йоманғоловҡа диләнкә алырға ярҙамлашҡан, уны тикшереүҙәр хаҡында иҫкәрткән», — тине Урман хужалығы министрлығындағы сығанаҡ.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Йоманғоловтың диләнкәһендә сүп-сар, ботаҡтар күп. Яңы ағастар ултыртылмаған. Шул сәбәпле урман серей башлай, яңыһы үҫмәй. Тәбиғәткә ғәйәт ҙур зыян килтерелгән. Баймаҡ районы урманы әкренләп юҡҡа сыға, тип раҫлай экоәүҙемселәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика