05:45 (UTC+5), 22 Декабря 2020

Республикала 2021 йылға күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау планы билдәләнде

автор
Сергей Николаев
2021 йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 4,2 миллиард һумға 905 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт эшләү, шул иҫәптән 458 лифтты алмаштырыу планлаштырыла. Быйыл 11 ай йомғаҡтары буйынса халыҡтан капремонт өсөн аҡса йыйыу кимәле 93,6% тәшкил итә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында ошондай мәғлүмәт бирҙеләр.
2014 йылда башланған һәм 30 йылға иҫәпләнгән Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау республика программаһына 17 023 бина индерелгән, шуларҙың 5 050-һе Өфөлә урынлашҡан. Һуңғы алты йылда республикала 6,5 мең йортта (программаға индерелгәндәрҙең дөйөм һанынан 39%) эштәрҙең бер йәки бер нисә төрө башҡарылған. 2020 йылда 800 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 4 миллиард һумға капиталь ремонт эшләнгән.
Башҡортостанда капиталь ремонт буйынса эштәрҙең бөтә төрҙәренә лә гарантия – 5 йыл. Был осорҙа подрядсы асыҡланған етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә бөтөрөргә тейеш ( вандализм һәм башҡарылған ремонттың сифатына ҡарамаған башҡа факторҙарҙан тыш).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика