11:31 (UTC+5), 10 Декабря 2020

Өфөлә «Китап» нәшриәте һатыла, башланғыс хаҡы – 0,5 миллиард һум самаһы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто Октябрь проспектында урынлашҡан «Китап» нәшриәтен һатыуға ҡуйған. Аукцион 2021 йылдың 12 февраленә тәғәйенләнгән, тип хәбәр ителә һатыулашыуҙың рәсми сайтында. Башланғыс хаҡы – 498,2 миллион һум. Дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрлыҡ 35 бина, шул иҫәптән складтар, гараж, трансформатор станцияһы һатыла.
2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Башҡортостан» нәшриәтенең (Матбуғат йорто янында) бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылды. 356 миллион һумдан ашыулыҡ бурысты «Төбәк фонды» дәүләт компанияһы ҡапланы. Октябрь проспектындағы бина кредиторға залогҡа тапшырылды.
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында белдереүҙәренсә, «Китап» нәшриәте үҙенең юридик статусын һаҡлап ҡала һәм республиканың стратегик предприятиелары исемлегендә иҫәпләнә. Алдан уның етештереү ҡеүәттәрен «Башҡортостан» нәшриәте майҙансығына күсереү, хеҙмәткәрҙәрҙе Матбуғат йортона урынлаштырыу планлаштырылғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика