10:15 (UTC+5), 09 Декабря 2020

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ урамда һатыу иткән өсөн штраф 150 мең һумға еткерелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
18 декабрҙән Башҡортостанда Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр көсөнә инә. Ноябрь аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо төҙәтмәләрҙе хупланы. Атап әйткәндә, яңылыҡтар урамда сауҙа иткән йәки тәғәйенләнмәгән урында көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән өсөн штрафты байтаҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Тейешле документҡа Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйҙы.
Документ тексынан күренеүенсә, хәҙер граждандарға – 500 һум-3 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һум, ойошмаларға 40-100 мең һум штраф һалына. Законды ҡабаттан боҙған осраҡта штраф граждандарға – 5 мең, вазифалы кешеләргә – 50 мең, ойошмаларға 150 мең һумға тиклем арттырыла.
Парламент спикеры Константин Толкачев фекеренсә, был проблема ҙур ҡалалар, тәү сиратта республиканың баш ҡалаһы өсөн айырыуса көнүҙәк. Халыҡҡа ҙур күләмдә штраф һалыу мөмкинлеге был хәлде ҡырҡа үҙгәртерг тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика