10:56 (UTC+5), 04 Декабрь 2020

Өфө – Белорет юлында 130 миллион һумға заманса юл буйы комплексы төҙөлә

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө – Инйәр – Белорет юлында «Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Архангел районы биләмәһендә юл буйы сервисы төҙөй. Проект Башҡортостан Башлығы үткәргән «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим ителде. Компания директоры — 32 йәшлек Тимерғәле Ураҙғолов кафеһы, ҡунаҡханаһы, фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү урыны, балалар майҙансығы, мәсете, автомобиль туҡталҡаһы булған комплекс төҙөргә ниәтләй. Бурысҡа аҡса алыу планлаштырылмай, инвестор үҙенең 130 миллион һум аҡсаһын һала. Объект 85 эш урыны булдырырға мөмкин.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, компания 1,15 гектар ерҙе ҡуртымға алған да инде, унда проектлау-тикшеренеү эштәре бара.
Инвестор проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе һәм транспорт, инженерлыҡ инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы һораны. Төҙөлөш эштәрен 2021 йылдың февраль-март айҙарында башлау күҙаллана.
«Был трассала заманса юл буйы объекттары аҙ. Шуға күрә сәйәхәтселәрҙең туҡтап, алыҫ юлға сығыр алдынан рәхәтләнеп ял итеү урыны булһын өсөн уны йәнләндерергә кәрәк. Проектты хупларбыҙ», – тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттарын төҙөү проекты тормошҡа ашырыла. Инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы саралары булдырылған: паспорттар менән ер участкалары исемлеге әҙерләнгән, Инвестпорталда айырым бүлек бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика