Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ноябрь 2020, 16:31

«Рәсәй тәмдәре» конкурсында халыҡ тауыш биреүе башланды: Башҡортостан 26 бренд тәҡдим итте

Башҡортостандың «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтары федераль конкурсында ҡатнашҡан 26 аҙыҡ-түлек бренды халыҡ тауыш биреүенә сығарылды. Теләгән һәр кем бөгөндән үҙенең яратҡан ризығы өсөн тауыш бирә ала. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында республикала йәшәүселәрҙе халыҡ тауыш биреүендә яратҡан башҡорт брендын яҡларға саҡырҙылар. Ул конкурстың рәсми сайтында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итә.
«Республикала һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәрҙе үҙ тауышы менән Башҡортостандың иң яҡшы аҙыҡ-түлек брендтарын яҡларға саҡырам. Беҙҙең етештереүселәр «Рәсәй тәмдәре» конкурсына иң яҡшы продукцияны тәҡдим итте: бал, талҡан, ҡымыҙ, кеүәҫ, ҡорот, ҡаҙы, минераль һыу, үлән сәйе, ғөмүмән, беҙҙҙең хайран ҡалдырырлыҡ ризыҡтарбыҙ бар», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан — «Рәсәй тәмдәре» конкурсына ебәрелгән ғаризалар һаны буйынса алдынғы урында. Улар – башҡорт балы, ҡымыҙ, Иглин балы, талҡан, ҡаҙы, алкоголһеҙ бал, ҡаҡланған дөйәғош ите, Бөрйән солоҡ балы, Иглин һуғаны, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, Башҡортостан экосалаты, башҡорт ҡорото, «Башҡорт сувениры» перәниге, Федоровка ҡаҙы, бешерелгән сәй, Урал батыр бәлзәме, Ҡыҙыл шишмә минераль һыуы, башҡорт бауырһағы, башҡорт соусы, башҡорт баллы сыры, ер еләге, «Ҡорғаҙаҡ», «Красноусол» минераль һыуҙары һәм башҡалар.
Башҡорт ризыҡтарын яратыусыларға һайлауы еңел түгел: һәр бренд тотош Рәсәйҙә танылыуға лайыҡ.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: