07:52 (UTC+5), 13 Ноябрь 2020

Башҡортостанда «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек йәрминкәһе була

IMPORT Сервисный
26-28 ноябрҙә Өфөлә «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек йәрминкәһе була, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
«Йәрминкәлә Башҡортостан, Пермь крайы, Воронеж, Һамар өлкәләре һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең фермер хужалыҡтарынан һәм компанияларынан сифатлы, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә. Беҙгә таныш маркалар ҙа, һатып алыусыларҙың йөрәген һәм магазиндарҙың сауҙа кәштәләрен яулап алыу өсөн яңы брендтар ҙа килә», — тип билдәләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
Йәрминкәлә шулай уҡ сырҙар һәм һөт ризыҡтары, ярымфабрикаттар, ит һәм колбаса, кондитер изделиелары була. Ошонда уҡ экопродукттар, бал, төрлө эсемлектәр етештереүселәр менән танышырға мөмкин.
«Унда 11 номинация буйынса «Беҙҙең Бренд» иң яҡшы аҙыҡ конкурсы ойошторола. Еңеүселәр алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнә, — тип өҫтәне Алмаз Ғәлимов. — Конкурс еңеүсеһе бүләкләнгән продуктҡа билдә ҡуйғанда алған наградаһының логотибын файҙаланыу мөкинлегенә эйә».
https://www.bashinform.ru/news/1521000-v-bashkirii-sostoitsya-yarmarka-produktov-nash-brend/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика