11:08 (UTC+5), 12 Ноября 2020

М-5 «Урал» трассаһын 4 һәм 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтәләр

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
12 ноябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған онлайн-конференцияла Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе Алан Марзаев 2024 йылға М-5 «Урал» трассаһының 100 саҡрымдан ашыуы 4 һәм 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәген һөйләне. Башҡортостанда уның дөйөм оҙонлоғо 307 саҡрым тәшкил итә, шуның 89 саҡрымы ғына талаптарға тап килә.
Трасса илдә иң тығыҙ юлдарҙың береһе һанала. Тәүлегенә 50 меңгә тиклем автомобиль үтеп китә.
Шулай уҡ Алан Марзаев ни өсөн республикала уҙыу өсөн ҡаршы хәрәкәт итеү һыҙатына сығырға кәрәк булған хәүефле 2 һыҙатлы юл участкаларын киңәйтмәүҙәрен аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, әле бөтә юлдарҙы ла бер үк ваҡытта дүрт һыҙатлы итеү мөмкинлеге юҡ. Даими эш алып барыла, Росавтодор юлдарҙың тығыҙлығын анализлауҙан сығып реконструкцияға сират булдыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика