13:32 (UTC+5), 05 Октябрь 2020

Стәрлетамаҡта икенсе ҙур йоғошло сирҙәр дауаханаһы төҙөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда икенсе ҙур инфекция дауаханаһын төҙөргә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Был турала ул 3 октябрҙә Зубов ауылында пациенттар менән тулған йоғошло сирҙәр үҙәгендә булғандан һуң әйткәйне. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, яңы ковид-госпиталде Стәрлетамаҡта төҙөү зарур. Премьер-министр Андрей Назаров ҡалала ике майҙансыҡ билдәләнеүен, әгәр ҡарар ҡабул ителһә, эштәрҙең башланасағын хәбәр итте.
Икенсе йоғошло ауырыуҙар үҙәге сираттан тыш проект була, ул башҡаларҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡытын күсереү иҫәбенә һалына, тип аңлатты республика Башлығы.
Өфө инфекция үҙәге бюджетҡа 3,5 миллиард һумға төштө һәм рекордлы – ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Стәрлетамаҡтағы яңы дауахананы 15 декабргә файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Был мәсьәләне Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән телефон һөйләшеүендә тикшерҙем, ул был ҡарарҙы хупланы, тип хәбәр итте ул. Төҙөлөш өсөн федераль берлектә финанслауҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика