10:19 (UTC+5), 30 Сентября 2020

Республикала «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттарына һалым льготалары тураһында закон ҡабул ителде

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары өсөн һалым льготалары тураһында закон ҡабул итте. Республика башлығы ҡул ҡуйған документ 2021 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.
Махсус иҡтисади зона резиденттары биш йылға — табышҡа һалымдан, 10 йылға — йөк машиналарына, махсус техникаға, автобустарға транспорт һалымы түләүҙән, биш йылға – ергә һалымдан, 10 йылға компания милкенә һалымдан азат ителә.
2021-2022 йылдарҙа льготалар күләме яҡынса 600 миллион һумға баһаланған. «Яҡын арала был аҡса республика бюджетына инмәй, ләкин һөҙөмтәлә төбәк биргәнгә ҡарағанда күберәк алырға тейеш. Хәҙер Рәсәйҙә ошондай 33 майҙансыҡ бар, ләкин бөтә төбәктәрҙә лә түгел. Үҙебеҙҙә шундай зона булыуҙан файҙаланып, бынан республика үҫеше, халыҡтың именлеге өсөн күберәк файҙа алырға тырышырға кәрәк». Был осорҙа инвесторҙар 20 миллиард һум аҡса һалып, меңгә яҡын эш урыны булдырыр тип күҙ уңында тотола. Дөйөм алғанда, перспективалы инвестиция портфеле бөгөн, 4 мең самаһы яңы эш урыны булдырып, 100 миллиард һум кимәлендә баһалана», — тип иҫәпләй Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
«Алға» махсус иҡтисади зонаһы быйыл июндә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһендә ойошторолдо. Әлеге ваҡытта уның үҙ етештереү майҙансыҡтарын төҙөй башлаған ике рәсми резиденты бар. Бер үк ваҡытта предприятиелар төҙөү өсөн кәрәкле инфраструктура ҡорола (һыу, газ, электр уты, юлдар), уға республика бюджеты 2025 йылға тиклем 6,3 миллиард һум бүлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика