04:20 (UTC+5), 29 Сентября 2020

Рәсәй банкы пенсионерҙарға «Мир» картаһына күсеү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй банкы бөтә пенсионерҙарҙы «Мир» милли түләү системаһы карталарына күсереү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтты. Был хаҡта ТАСС хәбәр итте.
«Күпселек пенсионерҙарҙы «Мир» картаһына күсереүҙәрен һәм уның менән ҡулланыуҙарын күрәбеҙ. Ләкин ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ошондай карталар алмаған пенсионерҙар бар. Шуға күрә беҙ был ваҡытты йыл аҙағына, йәғни 31 декабргә тиклем оҙайтырға хәл иттек», — тине банк вәкиле.
Билдәләнеүенсә, хаҡлы ялдағыларҙың пенсияны альтернатив ысулдар: мәҫәлән, бер ниндәй ҙә карта бәйләнмәгән иҫәпкә, һаҡлыҡ кенәгәһенә алыу мөмкинлеге һаҡлана.
Тәүҙә пенсионерҙарҙы 2020 йылдың 1 июленә хәтлем милли түләү системаһы карталарына күсереү планлаштырылғайны. Әммә коронавирус пандемияһы шарттарында пенсияны һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 октябренә тиклем «Мир» системаһы карталарына ғына күсереү кисектерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика