10:44 (UTC+5), 14 Сентября 2020

Республикаға өсөнсө балаға пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бүленә

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2020 йылда Башҡортостанға өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бирелә. 11 сентябрҙә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин түләү өсөн йәнә 1,73 миллиард һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта йәкшәмбе хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Өсөнсө бала тыуғанда айлыҡ түләүҙәргә тағы 1,73 миллиард һум йүнәлтелә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Аҡса һигеҙ төбәк араһында бүленә. Улар иҫәбендә – Башҡортостан, Төньяҡ Осетия – Алания, Удмурт, Сыуаш республикалары, Иркустк, Ленинград һәм Сахалин өлкәләре, шулай уҡ Чукотка автономиялы округы», — тиелә хәбәрҙә.
Билдәләнеүенсә, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса алыусылар һаны тураһында мәғлүмәттәр яңыртылыуға бәйле өҫтәмә финанслау талап ителде. 2020 йылда ошо маҡсатҡа бөтәһе 47,58 миллиард һум резервта ҡалдырылды. Шуларҙың 1,94 миллиард һумы Башҡортостанға бүленә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил буйынса ошондай пособиеның уртаса дәүмәле – 10,4 мең һум самаһы. Ул ай һайын, балаға өс йәш тулғансы түләнә һәм өсөнсөгә генә түгел, артабанғы балаларға ла ҡағыла. Рәсәйҙә бындай түләү социаль ярҙамға мохтаж 517 ғаиләгә тәғәйенләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика