09:15 (UTC+5), 10 Сентября 2020

Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән юғары

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республикала 16 сөгөлдөр сәскән райондың дүртәүһендә шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу эштәре бара. 9 сентябргә Благовар, Шишмә, Кушнаренко һәм Бүздәк райондары сөгөлдөрсөләре 2 мең 440 гектар майҙандан тамыраҙыҡ йыйып алған. Уңыш әлегә гектарынан 348 центнер тәшкил итә, был уҙған йылғы күрһәткестән юғары, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала 28,8 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Былтыр ул 47 мең 380 гектар майҙанда ҡаҙып алынған.
Сөгөлдөрҙө эшкәртеү менән «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Раевка шәкәре» йәмғиәте шөғөлләнә. Ике предприятиеның ҡеүәте 1,2 миллион тоннанан ашыу тамыраҙыҡты эшкәртеү өсөн етергә тейеш.
Республика аграрийҙары ужым культуралары сәсеүҙе лә дауам итә. 385,4 мең гектарҙа сәселгән дә инде. Сағыштырыу өсөн, был уҙған йылда ошо датаға сәселгәнгә ҡарағанда 100 мең гектарға күберәк. Ужым сәсеү структураһында хәҙер бойҙай өҫтөнлөк итә, ул 190 мең гектарҙан ашыу, арыш саҡ ҡына аҙыраҡ — 180, 6 мең гектар, тритикале — 5,6 гектар сәселгән.
Сәселгән ужымдың майҙаны буйынса Дәүләкән (21 мең гектар), Көйөргәҙе (20,4) һәм Стерлитамаҡ (19,4) райондары алда бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика