05:52 (UTC+5), 09 Сентябрь 2020

Еңел сәнәғәт предприятиеларына ҡорамал хаҡының яртыһына субсидия бирәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Еңел сәнәғәт предприятиеларына лизинг килешеүе буйынса алынған ҡорамал хаҡының 50% тиклем ташлама бирелә. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ошондай ҡарарҙы раҫланы. Документ Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында баҫылған.
Бындай ташлама менән етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтелгән инвестиция проектын ғәмәлгә ашырған предприятиелар файҙалана ала.
Уның хаҡы 50 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Лизинг килешеүе кәмендә 24 айға төҙөлә. Субсидияның максималь күләме – 200 миллион һумға тиклем.
Рәсәйҙең һалым һәм страховка взностары буйынса бурыстары булмаған, шулай уҡ ябыу йәки бөлгөнлөк процедураһын үтмәгән ойошмалары компенсация алырға хоҡуҡлы.
Августа хөкүмәт еңел сәнәғәтте үҫтереүгә 1 миллиард һум бүлде. Ошо сумманан һорауға стимул биреүгә һәм лизинг килешеүҙәре буйынса ташламаларға 304 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.
Ҡарар еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам ҡулы һуҙыр, уларҙы яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе тиҙләтер һәм етештереү күләмен арттырырға булышлыҡ итер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика