08:18 (UTC+5), 07 Сентября 2020

Башҡортостанда игендең уңышы 4 миллион тоннанан ашыуы ихтимал

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Быйылғы уңыш һуңғы бер нисә йылда иң юғарыларҙың береһе булырға вәғәҙәләй. Бөтә культураларҙы йыйыу тамамланғас, уның 4 миллион тоннанан ашыуыраҡ булыуы ихтимал. Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә майҙандарҙың 80% йыйып алыныуы хаҡында һөйләне. Был – 1 миллион 415 мең гектар. Уңыш йыйыу темпы Рәсәйҙекенә тап килә. Әйтәйек, 34,6 миллион гектар майҙандан илдә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғып бөтөрөлгән, йәки сәсеү майҙанына 72,2%, 105,6 миллион тонна ашлыҡ һуғылған.
«Республика игенселәре бөтәһе 3 миллион 198 мең тонна иген йыйып алған, уртаса уңыш — гектарынан 22,6 центнер, был уҙған йылғы күрһәткестән 2,9 центнерға күберәк. Үткән аҙнала ғына игендең тулайым йыйымы — 1 миллион 016 мең тоннаға (ашлыҡтың дөйөм күләменән 30%), төшөм 478 мең гектарға (йыйылған майҙандан 34%) артҡан», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Республиканың ун районы 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйған. Мәҫәлән, Илеш районында игендең тулайым йыйымы 167 мең тоннанан, Саҡмағошта — 159 мең тоннанан, Стәрлетамаҡ районында 155 мең тоннанан күберәк. Саҡмағош, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө райондары, ғәҙәттәгесә, иген культуралары уңышы буйынса алдынғылыҡты бирмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика