17:33 (UTC+5), 03 Сентября 2020

Башҡортостандан бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба етештереүсе яңы цехтарға 357 миллион һум инвестиция һала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
«Полекс Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илебеҙҙең Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең һөт һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн юғары сифатлы бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һәм төрөү материалдары етештереү буйынса ҙур сәнәғәт предприятиеһы булып тора. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты.
«Полекс Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рефат Әбдрәшитов етештерелгән продукцияның төрҙәре менән таныштырҙы һәм төргәк эшләү өлкәһендәге һуңғы Европа технологияларын ҡулланыуҙары хаҡында һөйләне. 2018 йылда бында баҫым аҫтында ҡойоу алымы менән продукция етештереүҙең яңы технологияһын үҙләштерә башлағандар. Тәүлегенә компания ике ярым миллионға тиклем изделие етештерә.
«Беҙ Рәсәй баҙарының яҡынса 30% тәьмин итәбеҙ. Йәғни ҡыйыу рәүештә, мәҫәлән, һәр өсөнсө бер тапҡыр ҡулланыла торған стакан беҙҙең предприятиела сығарылған тип әйтә алабыҙ. Предприятиеның клиенттар базаһы — Рәсәй буйынса 300-ләгән компания, завод һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең 25 компанияһы», — тип билдәләне предприятие етәксеһе.
Ошо йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса «Полекс Урал»дың табышы — 737 миллион һум, саф табыш 59 миллион һум тәшкил итте. Предприятиела 370 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы – 39 мең һум.
Компания 70 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек биргән пластмасса эшкәртеүҙе киңәйтеү буйынса күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра башланы. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 357 миллион һум. Яңы автоматлаштырылған комплексты тулыһынса файҙаланыу өсөн заводҡа өҫтәмә биләмә кәрәк. Генераль директор муниципаль милектәге майҙаны 600 квадрат метрлыҡ ер участкаһын ҡуртымға алыуҙа ярҙам һораны.
Республика башлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Өфө хакимиәте менән берлектә ер мәсьәләһен хәл итеү бурысын йөкмәтте.
«Ҙур, бына тигән предприятие, үҫеш буйынса пландар һәйбәт. Әлбиттә, һеҙгә ярҙам итәһе килә. Әйҙәгеҙ, ай дауамында ҡулай вариант табып, тематик кәңәшмәләрҙең береһендә заводтың эш мөмкинлектәре хаҡында фекер алышайыҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика