Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2020, 15:58

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәк аша Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә өсөн түләү тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәк аша Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәт алған өсөн түләүҙең яңы тәртибе билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Росреестрҙың идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәҙер Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә өсөн ике квитанция буйынса түләргә кәрәк. Йәғни ошондай хеҙмәт күрһәтелгәндә ғариза биреүселәр бер юлы ике квитанцияны түләргә тейеш – Росреестр һәм Күп функциялы үҙәк өсөн.
Ләкин клиенттарға өҫтәмә финанс йөкләмәһе һалынмай – Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәт алған өсөн түләү күләме элеккесә ҡала.
Күп функциялы үҙәктә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә ғариза биреүселәргә ике квитанцияны түләгәндән һуң ғына бирелә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: