07:38 (UTC+5), 31 Август 2020

Йәмәғәт транспорты сифатлы һәм һәйбәт булырға тейеш – Башҡортостан башлығы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Йәмәғәт транспорты сифатлы һәм һәйбәт булырға тейеш. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалдарына алынған яңы автобус асҡыстарын тапшырыу барышында ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республика хөкүмәте «Башавтотранс»ты үҫтерергә булышырға, яңы автобустар һатып алырға, «Башавтотранс»ты Рәсәйҙең иң яҡшы транспорт компанияһына әүерелдерергә хәл итте.
Республика етәксеһе транспорт хеҙмәткәрҙәренә һәйбәт, яйға һалынған эш өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы уҡыу йылы алдынан яңы машиналарҙы ҡала маршруттарына тиҙерәк сығарыуҙарын һораны.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Самиев хәбәр итеүенсә, автопаркты тулыландырыу маршруттарҙа машиналар араһындағы интервалдарҙы кәметергә һәм пассажирҙар өсөн уңайлыҡты арттырырға мөмкинлек бирә.
Навигация системалары, кондиционерҙар һәм заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән 50 «Вектор NEXT» машинаһынан торған партия Өфөнөң йәнле маршруттарына сыға.
2020 йылда республика властары дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 245 автобус һатып алды. 2019 йылда республиканың төп ташыусыһы автопаркын суммаһы 1,6 миллиард һумдан ашыулыҡ 478 автобус тулыландырҙы. Сентябрь башында «Башавтотранс»ҡа тағы 50 «Вектор NEXT» автобусы һатып алына.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика