12:29 (UTC+5), 24 Июль 2020

Республика властары биш дәүләт предприятиеһын һатырға йыйына

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Биш предприятие һәм өс күсемһеҙ милек объекты 2023 йылға тиклем Башҡортостандың дәүләт милкен хосусилаштырыу планына индерелә. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хөкүмәттең тейешле ҡарар проектын баҫтырып сығарҙы.
Ҡарар проектына ярашлы, Башҡортостан биш предприятиены һәм өс күсемһеҙ милек объектын һатырға йыйына.
Хосусилаштырыу планына Өфөнөң «Башплемсервис», «Башкоммунэнерго» һәм «Башплодородие», «Стәрлетамаҡ тимер юлдары» һәм «Яңауыл» темплица комбинатын индерергә тәҡдим ителә. Бынан тыш, Мәләүездәге ике административ бинаны һәм Туймазы районы Ҡандра ауылындағы кеше йәшәмәгән бинаны һатыу планлаштырыла.
2020 йылдың 1 июленә 21 дәүләт унитар предприятиеһы һәм 54 хужалыҡ йәмғиәтендә өлөш республика милкендә булған (ябылыу һәм бөлгөнлөккә төшөү стадияһында булғандарҙы иҫәпләмәйенсә).
Документ экспертизаны 19 июлгә тиклем үткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика