04:12 (UTC+5), 22 Июля 2020

Республика аграрийҙары 1,2 миллион тоннаға яҡын сенаж әҙерләгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика райондарында 1 миллион 176 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең 21 июлгә мәғлүмәттәре шундай. Былтыр ошо көнгә күрһәткес өстән бер өлөшкә аҙыраҡ булған. Бөтәһенән дә күберәк ҡышҡылыҡҡа һутлы мал аҙығын Дүртөйлө һәм Илеш райондары аграрийҙары әҙерләгән – һәр береһендә 81 мең тонна. Бесән әҙерләү буйынса 45,2 мең тонна күрһәткесе менән Хәйбулла районы алда бара.
Башҡортостанда бөтәһе 697 мең тонна тупаҫ аҙыҡ һалынған. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы менән тәьмин ителеш кимәле һәр шартлы баш малға 16,5 центнерға еткән, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика