15:00 (UTC+5), 21 Июля 2020

Башҡортостандың Ауырғазы районында хаҡы 4,5 миллиард һумлыҡ һөтсөлөк фермаһы төҙөлә

Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районына барҙы. Бында республика етәксеһе «Урожай» компаниялар төркөмөнөң инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.
Ишле ауылында Радий Хәбиров 6 530 баш эре малға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөлөшөн ҡараны. Был – республикала тормошҡа ашырылған һөт малсылығы өлкәһендәге иң күләмле проект. 2018 йылдың декабрендә ул «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапты. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 4,5 миллиард һумдан ашыу.
Уҙған йылда аграрийҙар 1 200 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексының беренсе сиратын сафҡа индерҙе. Республика Төбәк фонды аша займ биреп, проектҡа ярҙам күрһәтте. Киләһе ике йылда бында 5 000 баштан ашыу һауын көтөүе өсөн һыйыр, быҙау аҙбарҙары, һауыу-һөт блогы һәм башҡа өҫтәмә биналар һалыу планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, комплекс проект ҡеүәтенә сығыу менән Башҡортостан ҙур күләмдә тауар һөтөн етештерә алырға, ә республикала һауын көтөүен үҫтереү буйынса заманса компетенциялар үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш.
Радий Хәбиров компания етәкселеге менән һөт һатыу мәсьәләләрен, дәүләт ярҙамы сараларын тикшерҙе һәм «Инвестиция сәғәт»ттәренең береһендә холдингты артабан үҫтереү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.
«Беҙ алдыбыҙға Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса алдынғы булыу бурысын ҡуйҙыҡ. Беҙ – аграр биләмә, беҙҙә ауыл хужалығы көслө. Башҡортостан өсөн һөт малсылығы – төп йүнәлештәрҙең береһе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика