14:10 (UTC+5), 14 Июля 2020

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында позицияларын 27 пунктҡа яҡшыртты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-гә күтәрелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған «Бизнесты яҡлау: G2B.Партнерлыҡ эволюцияһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһап, бының тынысланыу өсөн сәбәп түгеллеген һәм артабан барырға кәрәклеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала бизнес менән эш яңынан төркөмдәргә тупланды һәм идара итеү ҡарарҙары ҡабул ителде.
«Муниципалитеттарҙа аҙна һайын уҙғарылған «эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Бер йылда улар 2500-ҙән ашыу үткәрелде. Уларҙы хакимиәт башлығы уҙғара, сөнки уның ҡарар ҡабул итеү вәкәләте бар һәм ул процесҡа йәлеп ителергә, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тоторға тейеш. Тағы бер тәжрибә – бизнес-шерифтар институтын индереү. Улар – муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары инвестициялар, бизнесты һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау, ярҙам күрһәтеү менән генә шөғөлләнә. Улар эшлекле берләшмә менән кәңәшләшкәндән һуң тәғәйенләнә», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Башҡортостанда ошо ваҡыт эсендә иҡтисади һәм ойоштороу ҡоралдарын булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләнеләр, хәҙер республикала биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм махсус иҡтисади зона бар.
COVID – 19 пандемияһы ваҡытында Башҡортостанда дөйөм суммаһы 30 миллиард һумға бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары ҡабул ителде.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика