09:19 (UTC+5), 06 Июль 2020

Торатау итәгендә эко-отель асылды

Сергей Николаев
2020 йылдың 3 июлендә «Торатау» геопаркында эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы. Отель Ишембай районында Торатау итәгендә урынлашҡан ете тирмәнән һәм кафенан тора. Башҡорт тирмәләре ҡурай сәскәһе тажы формаһында ҡоролған.
Әлеге эко-отелде төҙөү идеяһы — урында йәшәүсе Тимур Искәндәровтыҡы. 2015 йылда уҡ уның Башҡортостандың күркәм мөйөшөндә асыҡ һауала туристар өсөн лагерь ойоштороу хыялы барлыҡҡа килгән. Тимур урындағы тәбиғәткә, уның үҙенсәлегенә ғашиҡ. Уға хыялын тормошҡа ашырырға фекерҙәштәр командаһы ярҙам иткән. «Торатау» геопаркы вәкилдәре, Ишембай районы хакимиәте һәм урындағы эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.
«Торатау» эко-отеле туристарҙы йәй көнө генә түгел, һалҡын миҙгелдә лә ҡабул итергә ниәтләй. Көҙгә табан бөтә тирмәләрҙе лә йылыталар. Әле эко-отель биләмәһендә ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Туристарға бер нисә күңел асыу программаһы тәҡдим итеү ҡаралған. Хәҙер тауға гид менән менергә була. Шулай уҡ атта, велосипедта йөрөргә, милли аш-һыу менән һыйланырға, башҡорт тирмәләренең йыһазын күрергә мөмкин. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, яҡын ҡалаларҙан автобустарҙы рейсҡа сығарыу ниәте бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика