17:14 (UTC+5), 29 Июня 2020

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 50% тауыш биргән – Радий Хәбиров

glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда, 29 июнгә Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлаусыларҙың 50% тауыш биргән, уларҙың 300 меңгә яҡыны – өйҙә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалында интервью барышында. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Илона Макаренко менән бергә ул пандемия шарттарында тауыш биреүгә әҙерлек тураһында һөйләне.
Референдумды ете көн дауамында уҙғарыу графигы һайлау участкаларында халыҡтың йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Бынан тыш, республика предприятиелары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шәхси һаҡланыу сараларының бөтә төрҙәрен тиерлек етештереүҙе яйға һала алды, уларҙың запасы күп. Үҙәк һайлау комиссияһы санитар-һаҡланыу нормаларын үтәү: форма кейеү, даими дезинфекция, инеү-сығыу юлдарын билдәләү буйынса участка комиссиялары өсөн уҡыуҙар үткәрҙе. 1 июлдә участкаларға башҡа көндәргә ҡарағанда күберәк кеше килер, моғайын, һәм беҙ шуға әҙерләнәбеҙ, тине башлыҡ.
Илона Макаренко һүҙҙәренсә, республикала Йәмәғәт палатаһы 30 меңгә яҡын күҙәтеүсенән пул төҙөгән. 309 участкала улар видеокүҙәтеү ҡуллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика