12:34 (UTC+5), 23 Июня 2020

Хеҙмәт министрлығы 24 июндә эшләмәгән көн өсөн нисек түләнәсәген аңлатты

Галина Бахшиева
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы быйыл Владимир Путин Еңеү парадын уҙғарыу көнө тип иғлан иткән 24 июнь - эшләмәгән көн өсөн нисек түләнәсәген аңлатты.
2020 йылдың 24 июне илдә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланған ял көнө тип иғлан ителде, тип белдерҙеләр ведомствола.
Был көн өсөн хеҙмәткәр ошо көндә тулыһынса эшләгән осраҡта күпме алһа, шунса алырға тейеш.
Ошо көндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә (өҙлөкһөҙ етештереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ учреждениелары, медицина учреждениелары) аҡса ғәҙәти күләмдә түләнә, сөнки эшләмәгән көндәр ялға йәки эшләмәгән байрам көндәренә ҡарамай.
2020 йылдың 24 июне ял тип иғлан ителеүгә бәйле производство календары үҙгәрмәй. Был көн эш ваҡыты нормаһынан алынмай, отпуск оҙайтылмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдә - Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биргән көндә эшләгән өсөн рәсәйҙәргә икеләтә хеҙмәт хаҡы түләнә.
Тауыш биргән көндә эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр ҙә эш хаҡын һаҡлап ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика