Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2020, 14:34

Властар Өфөлә Октябрь Революцияһы урамын үҙгәртеү проектын әҙерләргә ҡушты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика башлығы Радий Хәбиров 1 сентябргә тиклем Октябрь Революцияһы урамын үҙгәртеү проектын күрһәтергә ҡушты. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.
Документҡа ярашлы, махсус эш төркөмө «заманса йәмәғәт киңлеген» һәм урамдың тарихи тышҡы күренешен һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан концепция әҙерләргә бурыслы. Проекттың ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алырға тейешлеге билдәләнә.
Октябрь Революцияһы урамы элекке Ҡазан урамы тип йөрөтөлгән, сөнки унан Ҡазан юлы башланған. Ҡазан, һуңыраҡ – Ҙур Ҡазан урамы – оҙаҡ ваҡыт ҡаланың төп урамы булған. Аҙаҡтан урам ошо статусын юғалтҡан.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: