11:59 (UTC+5), 16 Июня 2020

Башҡортостанда планлаштырылған майҙандарҙың 21 процентында күп йыллыҡ үлән сабылған

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Башҡортостанда ҡыҙыу бесән өҫтө. 16 июнгә республикала 95 мең гектар күп йыллыҡ үлән сабылған, был бөтә күләмдең 21 процентын тәшкил итә. Дүртөйлө, Илеш, Ауырғазы һәм Борай райондарында 4,5-тән алып 6,8 мең гектарға тиклем үлән сапҡандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала 35 мең тонна бесән әҙерләнгән. Бында Илеш районы алдынғылыҡты бирмәй, унда 3,7 мең тонна тупаҫ аҙыҡ һалынған. Сенаж һалыу ҙа әүҙем бара – 167 мең тонна. Бөгөнгә республика буйынса мал аҙығы запасы һәр шартлы баш малға уртаса 1,6 центнер тәшкил итте.
Мал аҙығы әҙерләү темпы буйынса Ауырғазы районы алда бара, унда һәр шартлы баш малға 5,5 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика