08:56 (UTC+5), 15 Июня 2020

Башҡортостанда «рәсми» эшһеҙҙәр һаны дүрт тапҡырға артҡан

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Көндәлек мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, 14 июнгә Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән һәм унда теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 4,2 тапҡырға артып, 76 мең кешенән ашҡан.
Уларҙың 70 меңдән күберәге эшһеҙлек пособиеһын ала ла инде, тип хәбәр итте республика хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Ағиҙел, Межгорье, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Шишмә, Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондарында теркәлгән эшһеҙлек кимәле юғары, — тип өҫтәне Ленара Иванова. — Был насар ҙа, һәйбәт тә түгел, тип әйткем килә. Был - фактты билдәләп үтеү. Кешеләр мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә, сөнки эшһеҙлек пособиеһы ярайһы юғары, дәүләт тә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә башланы».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда әле 81,5 мең кеше — өйҙән, 16 мең самаһы кеше тулы булмаған эш көнө режимында эшләй, 23 мең хеҙмәткәр эшләмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика