08:21 (UTC+5), 09 Июнь 2020

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиелары маҡсатлы уҡытыу өсөн сығымдарҙың 90% тиклемен ҡайтара ала

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары бюджет аҡсаһы иҫәбенә белгестәр әҙерләй ала, уҡытыу өсөн аҡсаның бер өлөшөн – 10 процентын ғына түләргә кәрәк. Рәсәйҙең «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 2021 йылдан университетта студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү буйынса сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен, ә колледждарҙа 30 процентҡа тиклемен ҡайтара ала.
Мәҫәлән, студент, предприятие һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында маҡсатлы уҡытыу өсөн өс яҡлы килешеү төҙөлә. Предприятие семестр һайын студенттың уҡыуы өсөн аҡса түләй һәм йыл аҙағында республика Ауыл хужалығы министрлығына тейешле субсидия алыу өсөн документтар тапшыра.
Аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ағымдағы йылда уҡ (беренсе семестр өсөн) предприятиеға 30 процентҡа тиклемен ҡайтаралар, ә киләһе уҡыу йылынан агрокомпанияның белгесте уҡытыу өсөн сығымдары 10 процент ҡына була. Көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә алырға мөмкин. Телефон: +7 (347) 218-05-44. Ғаризаларҙы presnyakov.kv@bashkortostan.ru, almakaeva.rn@bashkortostan.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика