07:16 (UTC+5), 02 Июня 2020

1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ 5,6% арта

Сергей Николаев
2020 йылдың 1 июненән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты индексациялау тураһында мөрәжәғәттәрҙең күп булыуына бәйле, Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 2020 йылдың 1 июленән хаҡтың планға ярашлы үҙгәрәсәген хәбәр итте.
Федераль кимәлдә халыҡты яҡлау маҡсатында 2020 йылда Рәсәйҙең һәр төбәге буйынса түләү күләменең үҙгәреү индексын билдәләү ярҙамында граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр, атап әйткәндә, йылытыу, һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, газ менән тәьмин итеү өсөн индергән түләүен сикләү тәжрибәһе дауам ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифы 2019 йылдың декабре кимәленән артманы, йәғни 2020 йылдың 1 ғинуарынан элекке кимәлдә ҡалды. 2020 йылдың 1 июленән Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан өсөн халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүенең уртаса үҙгәреү индексы 3,6% кимәлендә билдәләнде, күрһәтелгән индекс дәүмәленән 2% кимәлендә тайпылыш булыуы ихтимал. Шулай итеп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ 5,6% артырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика