07:54 (UTC+5), 20 Май 2020

Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Республикала шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланыуға табан бара. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 19 майға аграрийҙар 27,6 мең гектар татлы культура сәскән, йәки планға ҡарата 98 процент. Республиканың 18 сөгөлдөр сәскән районынан һигеҙ муниципалитет ошо тамыраҙыҡтар сәсеүҙе тулыһынса тамамлаған. Сөгөлдөр майҙандарының күбеһе — Шишмә (5,2 мең гектар), Благовар (5,8 мең гектар) һәм Бүздәк (4,9 мең гектар) райондарында.
Майҙағы ҡулай һауа торошо Башҡортостан аграрийҙарына сәсеү эштәренең ғәҙәти темптарына әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирҙе. 19 майға игенселәр 1,5 миллион гектарға яҙғы культуралар сәскән, был планлаштырылған күләмдән 77 процент тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә артым – 86 мең гектар.
Ҡайһы бер райондар яҙғы культуралар сәсеүҙе тамамлаған тиерлек. Әйтәйек, Илеш һәм Стәрлебаш игенселәре һуңғы гектарҙарҙа эшләй. Дәүләкән, Мәләүез, Баҡалы, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Шаран райондары аграрийҙары ла финиш һыҙығына яҡынлаша. Был райондарҙа бөтә майҙандарҙың 85-тән алып 90 процентына тиклем сәселгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика