07:10 (UTC+5), 15 Май 2020

Башҡортостандан меңдән ашыу ғаилә ғаризаһыҙ тәртиптә әсәлек капиталын юллаған

Валерий Шахов
Галина Бахшиева
Башҡортостанда, 15 апрелдән башлап, меңдән ашыу ғаилә ғаризаһыҙ тәртиптә әсәлек капиталына сертификат юллаған, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Сертификат электрон төрҙә генә рәсмиләштерелә. Уны рәсмиләштереү Пенсия фондының мәғлүмәт системаһында теркәлә һәм Рәсәй Пенсия фонды сайтында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәнең шәхси кабинетына ебәрелә.
Уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған ғаиләләргә сертификат алыу өсөн элеккесә ғариза яҙыу тәртибе һаҡлана.
2020 йылда әсәлек капиталы күләме 466 617 һум тәшкил итә. Быйыл икенсе балаһы тыуған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла һәм һөҙөмтәлә 616 617 һум була.
2020 йылдан донъяға килгән йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған өсөнсө, дүртенсе һәм артабанғы балалар өсөн ошондай сумма бирелергә тейеш (әгәр элек ғаиләнең әсәлек капиталына хоҡуғы булмаһа).
2007 йылдан Башҡортостанда бөтәһе 324 меңдән ашыу әсәлек капиталына сертификат бирелгән, тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика