14:04 (UTC+5), 14 Мая 2020

Башҡортостанда ҡайһы бер ғаиләләргә ипотека түләү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса бирелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда ҡайһы бер ғаиләләргә ипотека буйынса проценттарҙы түләү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса бирелә. Ишле ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, инвалидтар, яңғыҙ ата-әсәләр, шулай уҡ 2020 йылдың 15 мартынан 1 июненә тиклем эшен юғалтҡан граждандар ошондай мөмкинлек менән файҙалана ала. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары «Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәте» сайтында баҫылған.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә, бындай субсидия 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем кредит алған заемсыларға бирелә. Субсидия биреү ваҡыты – 2020 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 31 декабренә хәтлем.
Бер ҡатнашыусыға субсидияның дөйөм күләме 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Был осраҡта 18 йәшкә ҡәҙәр йә иһә көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкәсә балалар бала тип иҫәпләнә. Субсидия юллау өсөн әле үк кредит алған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кредит ойошмаһы ике ай эсендә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу идаралығы менән сығымдарҙы ҡаплау буйынса уртаҡ ғәмәлдәр тураһында килешеү төҙөй.
Кредит ойошмаһы менән килешеү төҙөү хаҡында мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтына урынлаштырыла.
Белешмәләр өсөн телефон:+7(347) 218-17-49, +7(347)218-17-42, +7(347) 218-17-43, +7(347) 218-17-45.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика