09:48 (UTC+5), 08 Мая 2020

Властар Урал аръяғында тәбиғи ташты эшкәртеү заводын тергеҙергә ярҙам итергә ниәтләй

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Властар Әбйәлил районының Тирмән ауылында тәбиғи ташты эшкәртеү заводын тергеҙергә ярҙам итергә ниәтләй. Республика башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы буйлап эш сәфәре барышында предприятиены ҡарап сыҡты. «Спецстрой» компанияһы иҫке бинаны һәм ҡорамалдарҙы ҡуртымға алған, ләкин ауырлыҡтарға тап булған: завод майҙан алып октябргә тиклем генә эшләй ала. Сөнки бина йылытылмай, газ торбаһы киҫеп алынған, ҡыйыҡҡа ремонт эшләргә кәрәк. Завод ташты һыу ярҙамында ҡырҡа, шуға һыуҙың даими әйләнеше талап ителә. «Һыу ике көн элек кенә туңыуҙан туҡтаны, беҙ эште башланыҡ», — тип һөйләнеләр плита, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, юл һәм тротуар бордюрҙары, мәрмәрҙән һәм граниттан изделиелар сығарылған заводта.
Биналар (административ корпус, ашхана, ятаҡ, ҡаҙанлыҡ бүлмәһе, медпункт, тәбиғи ташты эшкәртеү цехы, компрессор станцияһы һәм башҡалар) дәүләт милкендә.
Станоктар «Уралагротехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке.
Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл март айында заводты тергеҙеү буйынса проект офисы булдырылған. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу башлана: майҙың икенсе яртыһында заводтың тәбиғи ташты (мәрмәр, гранит, долерит) эшкәртеү буйынса беренсе линияһы эш башлай. Тулы ҡеүәткә сыҡҡас, заводта 51 кеше эшләй ала (хәҙер — 12).
«Бында бик яҡшы сәнәғәт майҙансығы булырға мөмкин. Ресурстар бар. Хәҙер беҙ биналарҙы ремонтларға тейешбеҙ, инвесторҙар ҙа ҡыбырлай башланы. Продукцияға ихтыяж булыр – парктар, йәмәғәт киңлектәре өсөн граниттан, мәрмәрҙән материалдар һатып алырға тырышабыҙ», — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика