07:08 (UTC+5), 06 Май 2020

Башҡортостанда Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтөн Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығарырға йыйыналар

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда Ҡарлыман һөт-консерва комбинаты етештереү даирәһен киңәйтергә йыйына. Башҡортостан хөкүмәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә республикала ҡуйыртылған һөт етештергән берҙән-бер предприятиеның үҫеш концепцияһы ҡаралды.
Производствоны бер нисә йүнәлеш буйынса киңәйтеү күҙ уңында тотола. Стерилләү һыҙаты була, ҡалай банкалар етештереү асыла, шулай уҡ 1 200 һыйырға һөт фермаһы ойошторола.
Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә 150 тоннаға тиклем арттырырға, сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 953 миллион һум тәшкил итә.
Шәкәрһеҙ ҡуйыртылған һөт етештереүҙе үҙләштереү Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип билдәләне комбинат директоры Александр Кулимбетов. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә бер генә завод ошондай продукция әҙерләү менән шөғөлләнә.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов иғтибарын Ҡарлыман брендын юридик яҡлау мәсьәләләренә йүнәлтте. Республика башлығы Радий Хәбиров ошондай мәсьәләләр менән шөғөлләнә алған айырым структура булдырырға тәҡдим итте.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү өсөн инвестиция проектын эшләп бөтөрөү бурысы ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика