13:28 (UTC+5), 27 Апрель 2020

Башҡортостанда барлыҡ райондарҙа сәсеү эштәре бара – Ауыл хужалығы министрлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда барлыҡ райондарҙа сәсеү эштәре бара, тип хәбәр итте вице-премьер һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика башлығындағы оператив кәңәшмәлә. 27 апрелгә 20 мең гектарҙан ашыу сәселгән, 55 мең тоннанан ашыу минераль ашлама һәм 20 мең тонна самаһы дизель яғыулығы әҙерләнгән. Яҙғы сәсеүҙе тәьмин итеү өсөн льготалы кредитлау программаһы буйынса 7 миллиард һум йәлеп ителгән.
«Беренсе кварталда беҙҙә ауыл хужалығы етештереүе индексы 5,4% артҡан. Ошо һанға ныҡ ҡыуанам, бындайҙың күптән булғаны юҡ ине. Тармаҡҡа ярҙам итербеҙ. Аңлашыла, икенсе квартал йомғаҡтары буйынса һандар башҡаса булыр, ләкин хәҙер беҙгә сәсеүҙе һәйбәт үткәрергә кәрәк», — тине республика башлығы һәм иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү сараларының икенсе пакетын әҙерләгәндә аграр тармаҡҡа етди иғтибар бүлергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика