22:35 (UTC+5), 24 Апрель 2020

Башҡортостан «Донъя коронавирустан һуң» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумын үткәрергә әҙер

Башҡортостан Республикаһы башлығы
Башҡортостан Республикаһы башлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн ТАСС агентлығында «Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумына арналған онлайн-конференция уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумды ойоштороусылар – Башҡортостан хөкүмәте, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Форум 28 апрелдә була, унда ҡатнашыусылар коронавирустың эҙемтәләре, иҡтисадты тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ уны цифрлаштырыу тураһында фекер алыша.
«Кризис барлыҡ тармаҡтарҙағы һөҙөмтәһеҙ стереотиптарҙы емереүсе ҡорал булып хеҙмәт итеүе мөмкин. Әгәр кризистан дөрөҫ сыҡҡанда, пандемия тамамланғас дөрөҫ эшләгәндә, беҙҙең тағы ла көслөрәк, уңышлыраҡ, һөҙөмтәлерәк булыу мөмкинлеге бар», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һүҙҙәренсә, форум барышында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, резолюция ҡабул итеү, шулай уҡ материалдар йыйынтығын сығарыу күҙаллана. Донъяның 25 иленән 100-ҙән ашыу спикер үҙҙәренең ҡатнашыуын раҫлаған. Ойоштороусылар ун тематик секция һәм ике – халыҡ-ара һәм Рәсәй панель сессияһын планлаштырған.
«Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумы bashkiria-live.com платформаһында уҙғарыла.
Форумға 25 апрелдән теркәлергә мөмкин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика