12:14 (UTC+5), 21 Апреля 2020

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаларына Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө өҫтәлә

glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
23 апрелдән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө менән тулыландырыла. Республика башлығы Радий Хәбиров Прибельский ҡасабаһындағы һөт-консерва комбинатында булғандан һуң ошо хаҡта белдерҙе. 21 апрелдә Башҡортостан етәксеһе Ҡырмыҫҡалы районына, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған предприятиеларға барҙы.
69 йыл элек асылған Ҡарлыман һөт эшкәртеү комбинаты - республиканың күптәнге аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының береһе. Хәҙер комбинатта 150 кеше эшләй, тәүлегенә 40 тонна сеймал эшкәртелә. Ассортиментта – ҡуйыртылған һөт, айыртылмаған һөт һәм әсегән һөт ризыҡтарының 60 төрө.
Предприятиеның генераль директоры Александр Кулимбетов санитар ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлеүе хаҡында һөйләне, шулай уҡ етештереүҙе артабан үҫтереү пландары менән уртаҡлашты.
«Республика предприятиеһы төрлө үҙгәрештәр һәм милекселәр алмашыныуҙың ҡатмарлы юлын үтте. Ниһайәт, беҙ уның эшен тотороҡландырыуға өлгәштек», – тип билдәләне Радий Хәбиров һәм комбинат вәкилдәрен «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика