04:46 (UTC+5), 21 Апреля 2020

Республика Урман хужалығы министрлығында янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан иттеләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
20 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә республика урмандарында янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланды, тип хәбәр итте урман ведомствоһының матбуғат хеҙмәте. Көндәр йылытыу менән республикала термонөктәләр майҙаны һәм һаны артты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда республиканың урман фонды биләмәһендә 2232 гектар майҙанда 160 урман янғыны, шул иҫәптән 1134 гектар майҙанда 11 ҙур янғын теркәлде. Урман янғындарын һүндереүгә 3276 кеше һәм 1018 берәмек техника йәлеп ителде, был — урман янғындарын һүндереү планынан 34 %. 160 урман янғынының 133-ө беренсе тәүлектә үк һүндерелде. 74 янғындың сәбәбе – антропоген фактор, шуларҙың 32 осрағы — халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы. 82-һенә — тәбиғи факторҙар, өсәүһенә – техноген фактор сәбәпсе булды, береһенең сәбәбе билдәһеҙ. Урман янғындарын һүндереү эштәрен башҡарыуға сығымдар 6 миллион һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика