09:43 (UTC+5), 17 Апреля 2020

Ишембайҙа инвесторҙар ял үҙәге төҙөлөшөнә 170 миллион һум һалырға ниәтләй

glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Инвесторҙар Ишембайҙа күп функциялы рекреация үҙәге төҙөлөшөнә 170 миллион һум һалырға ниәтләй. Проект Башҡортостан башлығы ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ишембайҙың «Ярд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектында физкультура һәм спорт менән шөғөллләнеү майҙансыҡтарын, парк һәм сауҙа зонаһын, күмәк кеше ҡатнашҡан ҡала сараларын уҙғарыу урындары бар. Проект документацияһы әҙер. Инвесторҙар ер буйынса льгота рәүешендә дәүләт ярҙамы һәм инженер селтәрҙәрен үткәреүҙә ярҙам һораны. Радий Хәбиров муниципалитетҡа компанияға ошо ярҙамды күрһәтергә ҡушты.
Мәғлүмәт сервистары мәғлүмәттәренә ярашлы, «Ярд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен 2019 йылдың ноябрендә Александр Школьный ойошторған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика