Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2020, 13:50
Башҡортостанда бөҙрәханалар һәм оптика салондары асыла
Башҡортостанда бөҙрәханалар һәм оптика салондары асыла. Был хаҡта 13 апрелдәге кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙ ишектәрен асырға тейешле ойошмалар исемлеген ентекле өйрәнергә һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәгәндә генә эшләргә рөхсәт бирергә ҡушты.
«Ҡағиҙәләрҙе боҙған предприятиелар ябыла. Төп шарт – эштә битлектәр, бирсәткәләр ҡулланыу, дезинфекция үткәреү, дистанцияны тотоу. Уҙған аҙнала ломбардтарҙа тишереүҙәр уҙғарылды, ҡайһы берҙәрендә нормаларҙы боҙоуҙар асыҡланды, шуға улар ябылды. Шулай уҡ бер нисә аҙыҡ-түлек магазины етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе ябылды», — тине Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала 974 предприятие ғәмәлдәге үҙизоляция режимында эш башланы.
http://www.bashinform.ru/news/1437981-v-bashkirii-otkryvayutsya-parikmakherskie-i-salony-optiki/
Автор:
Розалиә Вәлиева
Теги:
үҙизоляция
Читайте нас: