Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2020, 19:35

Республиканың Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды бюджеты 300 миллион һумға арттырылды, аҡса табиптарҙың эш хаҡына йүнәлтелә

Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховкалауы фондының 2020 йылға бюджеты 300 миллион һумға тиерлек арттырылды. Республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа асыҡлыҡ индереүҙәренсә, аҡсаның төп өлөшө медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына түләү өсөн йүнәлтелә. «Шул уҡ ваҡытта штатты киңәйтеү күҙ уңында тотола, был ҡатмарлы эпидемиологик хәлдә айырыуса көнүҙәк. Бынан тыш, аҡсаның бер өлөшө диспансеризация һәм медицина тикшереүҙәре барышында онкология сирҙәрен асыҡлаған өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәре өсөн бүленә», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: