09:43 (UTC+5), 09 Апрель 2020

Башҡортостанда эшһеҙҙәр өс мең һум күләмендә «балаларға» өҫтәмә алыу мөмкинлегенә эйә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ тип танылған граждандарға юғары планка буйынса аҡса бирелә. Республикала эшһеҙлек пособиеһы Урал коэффициенты менән бергә 13 мең 949 һум була.
Бынан тыш, әгәр эшһеҙҙең ғаиләһендә бәлиғ булмаған балалар бар икән, улар ҙа һәр береһенә өс мең һум күләмендә өҫтәмә алырға тейеш. Был турала 9 апрелдә республика хөкүмәте ултырышында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 90 меңләгән бала ошо түләүгә дәғүә итә, әммә Владимир Путин әйткән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, уны алыусылар даирәһе күпкә артыуы мөмкин.
Ошо көндәрҙә закон проектының һәм ҡарарҙың баҫылып сығыуы көтөлә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ярҙам алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә иҫәпкә баҫырға кәрәк. Быны мәшғүллек хеҙмәте сайты аша эшләү бик мөһим.
Ленара Иванова әйтеүенсә, Башҡортостанда 1000 кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика