Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.63
-0.19
98.85
-0.1
83.03
-0.33
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель 2020, 20:17

Рәсәйҙә табиптарға өс ай дауамында 80 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр бүленә

Яңы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта эшләгән Рәсәй табиптары өс ай дауамында федераль түләүҙәр алырға тейеш. Был хаҡта төбәк башлыҡтары менән кәңәшмәлә президент Владимир Путин хәбәр итте.
«Коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттар менән туранан-тура эшләгән табиптар өсөн ошондай түләү – айына 80 мең һум. Урта медицина персоналына – фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына – 50 мең һум. Кесе медицина персоналына — 25 мең һум. Коронавирус йоҡторғандар менән эшләгән ашығыс ярҙам табиптарына килгәндә, уларға айына 50 мең һум түләнә. Фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәр – 25 мең һум», — тине дәүләт башлығы.
Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәткән табиптарға өҫтәмә түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Урта медперсоналына өҫтәмә — 15 мең, кесе медперсоналға — 5 мең һум. Юғары белемле хеҙмәткәрҙәргә — 25 мең.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: