17:09 (UTC+5), 08 Апреля 2020

Өфө мэрияһы Яңы Александровкала крематорий өсөн урын билдәләне

pikabu.ru
pikabu.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө хакимиәте Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығына Орджоникидзе районының Яңы Александровка ҡасабаһында Париж Коммунаһы урамынан көньяҡтараҡ урынлашҡан 17,8 гектарҙан ашыу ерҙе крематорий өсөн файҙаланырға рөхсәт бирҙе.
Әле был участканы ерләү хеҙмәтләндереүе бюроһы өсөн файҙаланырға рөхсәт бар. Уның кадастр хаҡы – 227 миллион һумдан ашыу, тип хәбәр итте «Коммерсант-Башҡортостан». Баҫманың үҙ сығанаҡтары мәғлүмәттәренә таянып яҙыуынса, был муниципаль учреждение була, уны 2021 йылда төҙөп бөтөү планлаштырылғайны, ләкин хәҙер пандемия бөтә финанс пландарына төҙәтмә индерҙе.
Өфөлә бер нисә йыл инде крематорий төҙөү мәсьәләһе тикшерелә. Ҡала зыяраттарында урындар юҡ, хәҙер Төньяҡ зыяратҡа ғына ерләйҙәр. Ҡаланан ситтә йәшәүселәр үҙ ҡасабалары (Жилин,Зинин) эргәһендә яңы зыяраттар булдырыуға һәм крематорийҙар төҙөүгә (Урыҫ Юрмашы, Чернолесовский) ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
Шуға күрә властар Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге сәнәғәт зонаһына иғтибарын йүнәлтте. Яңы Александровка – элек нефтселәр йәшәгән ҡасаба. Ул нефть заводтарын санитар-яҡлау зонаһында ҡалғас, 90-сы йылдарҙа халыҡты башҡа райондарға күсергәндәр. Хәҙер ҡасабала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы, күмәртәләп һатыу складтары, йәнлектәр өсөн приют урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика