07:31 (UTC+5), 27 Марта 2020

Башҡортостандың күркә итен етештереү буйынса ҡошсолоҡ фабрикаһы кризис шарттарында күләмде арттыра

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында «Урал» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың октябрендә ҡатмарлы финанс хәленә бәйле «Индюшкин» бренды аҫтында продукция сығарған Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексының эшмәкәрлеге туҡтатылғайны. Предприятиеның бик күп бурысы йыйылды.
2018 йылдың 29 мартында һалым инспекцияһы ғаризаһы нигеҙендә бында бөлгөнлөк тураһында эш барышында күҙәтеү процедураһы, ә 2019 йылдың 5 мартында конкурс етештереүе процедураһы индерелде. Республика башлығының ҡатнашлығынан һәм кредитор менән оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң уҙған йылдың октябрендә ҡошсолоҡ комплексы йәнә эшләй башланы. Былтыр бөтәһе 397 мең, ә ағымдағы йылдың тәүге өс айында иһә 607 мең дана йомортҡа һатып алынды. Себештәр сығарыу – уртаса 87 процент, был бик яҡшы күрһәткес булып тора.
«Урал» ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Вадим Красюк Башҡортостан башлығына хәҙер 700 мең самаһы себеш үҫтерелеүе хаҡында һөйләне. Ҡош-ҡорт һуйыу цехы эшләй, күркәнең уртаса ауырлығы – 9 килограмдан ашыу. Әгәр йыл башына исемлектә 165 хеҙмәткәр булһа, 23 мартҡа ҡарата иһә 636.
Радий Хәбиров Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие директоры билдәләүенсә, 2020 йылдың майына 12 ҡош үҫтереү участкалары сафҡа индерелә.
Предприятиеның үҙенең ҡатнаш аҙыҡ цехы бар, унда 75 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнә. 14 аҙнаға тиклемге инә күркәнең тере ауырлығын – 10 килограмға, ә 19 аҙналыҡ ата күркәнең иһә 20 килограмға еткереү күҙаллана. Продукция элекке «Индюшкин» бренды менән һатыла, ләкин шәхси сауҙа нөктәләре булмай. Күркә ите төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, шулай уҡ баҙарҙарға һатыуға сығарыла.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика